Настройки отображения

Размер шрифта:
Цвета сайта
Изображения

Параметры

Обычная версия

Революцияға тиклем үк Башҡортостанда милли сәхнә сәнғәте барлыҡҡа килеп үҫешә башлай. Салауат башҡорт дәүләт драма театры ла 30-сы йылдар башында башҡорт телен һәйбәт белгән рус ҡыҙы Е. Сыртланова-Шляхтина ярҙамында Ауырғазы районы Ҡарамалы ауылында ижад доньяһына аяҡ баҫа. Бөйөк ватан һуғышы йылдарында ла театр, халыҡтың рухын күтәреү маҡсатында, сығыштарын дауам итә. Һуғыштан һуң, бигерәк тә - күп кенә талантлы артистар менән тулыланып, тағы ла дәртләнеп ижадҡа сума. Ә инде 50-се йылдарҙа Ауырғазы колхоз-совхоз театры һәм уның ижади труппаһы өлгөрөп еткән профессиональ көскә әүерелеп, 1956 йылда яңы ғына үҫеп сыҡҡан Салауат ҡалаһына күсеп нигеҙләнә.
Хәҙерге көндә Республикабыҙ сәнғәтендә ҙур урын биләгән, бай тарихлы Салауат башҡорт дәүләт драма театры быйыл үҙенең 83-сө театр миҙгелен ҡаршы ала.